09:30 (UTC+5), 15 Ноябрь 2017

Төбәктә Ҡыш бабай тирмәләрен асыуға ярты миллионға яҡын аҡса бүленә

Өфө хакимиәте сайты
Өфө хакимиәте сайты
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда Ҡыш бабай тирмәләрен асыуға 485 мең һум бүләләр. Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты Ҡыш бабайҙың Үҙәк ҡунаҡ тирмәһен һәм республика биләмәһендәге төбәк ҡунаҡ тирмәләрен асыуҙы ойоштороу буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүгә тендер иғлан итте.
Рәсми дәүләт һатып алыуҙары сайтында хәбәр ителгәнсә, килешеү хаҡына сценарий әҙерләү, күсмә төркөм эше, Өфөлә Ҡыш бабайҙың «Ватан паркы» этноауылындағы Үҙәк ҡунаҡ тирмәһе биләмәһендәге, шулай уҡ Бөрөлә, Стәрлетамаҡта, Абҙаҡта һәм «Кандракүл» тау саңғыһы комплексында урынлашҡан төбәк майҙансыҡтарындағы шыршыны ҡабыҙыу буйынса хеҙмәттәр инә.
Бынан тыш Ҡыш бабайҙың Башҡортостанға килеүенә арналған театрлаштырылған программа әҙерләргә, республика халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн театрлаштырылған тамаша менән концерт программаһын уҙғарырға кәрәк.
Ғаризалар 24 ноябргә тиклем ҡабул ителә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика