03:40 (UTC+5), 15 Ноября 2017

Республика агропредприятиелары биогаз өлкәһендәге проектты ғәмәлгә ашырырға ниәтләй

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Дәүләкән районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һөт һәм ит етештереү, бөртөклө һәм техник культуралар үҫтереү менән шөғөлләнеүсе «Регион-Агро» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды.
Ленинск ауылында урынлашҡан ауыл хужалығы предприятиеһы «500 ферма» республика маҡсатлы программаһында әүҙем ҡатнашты. Уның сиктәрендә ике һыйыр аҙбары, профилакторий менән быҙау аҙбары, һыйыр һауыу бүлеге яңыртылды, силос соҡоро төҙөлдө. Малсылыҡ объекттарында бер нисә яңы ҡарар ҡулланылҫан. Мәҫәлән: һыйыр аҙбарҙары «аҡыллы» елләтеү системаһы менән йыһазландырылған, ул һауа ағымын һәм температураһын һауа шарттарына һәм йыл миҙгеленә генә түгел, мал башына, уңышына, ауырлығына ҡарап билдәләй.
- Афариндар! Бик яҡшы тәьҫораттар ҡалды, – тине Рөстәм Хәмитов.
«Регион-Агро» йәмғиәте етәксеһе Вадим Нуриәхмәтов «500 ферма» программаһын юғары баһаланы, республика ярҙамынан тыш был проектты тормошҡа ашырып булмаҫын билдәләп.
Етештереү күләмен арттырыу маҡсатында әлеге ваҡытта предприятиела 8,5 миллион күләмендә һум капитал һалыу менән 350 баш мал һыйышлы һимертеү майҙансығы төҙөлә. 25 миллион һумлыҡ 170 баш һауым һыйыр һыйышлы аҙбар төҙөлә башлаған.
Республика Башлығы аграрийҙар менән етештереүҙе диверсификациялау, шәкәр сөгөлдөрө, етен, крамбе кеүек техник культураларҙы сәсеү майҙандарын арттырыу, һөт эшкәртеүҙе һәм сыр етештереүҙе ойоштороу мәсьәләләрен тикшерҙе.
Вадим Нуриәхмәтов һүҙҙәренсә, «Регион-Агро» шулай уҡ биогаз өлкәһендәге проектты ғәмәлгә ашырырға ниәтләй. Рөстәм Хәмитов был идеяны хупланы.
- Һеҙ башлағыҙ, ә беҙ ярҙам итербеҙ, яҡшы итеп субсидияларбыҙ. Һеҙҙең ҡалғандарға быны нисек эшләргә мөмкин һәм кәрәк икәнлеген күрһәтеүегеҙ мөһим, – тине Рөстәм Хәмитов. – Эшләгәс тә шылтыратығыҙ, мин шунда уҡ килермен.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика