02:40 (UTC+5), 15 Ноября 2017

Рөстәм Хәмитов Раевка шәкәр заводында булды

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Әлшәй районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Раевшәкәр» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды, шәкәр сөгөлдөрөн эшкәртеү һәм шәкәр алыу етештереү циклы менән танышты.
Завод директоры Сергей Байғужин һүҙҙәренсә, бөтә процесс 17 сәғәт самаһы ваҡытты һәм яҡынса 10 технологик процесты үҙ эсенә ала.
Предприятие 1984 йылдан алып шәкәр сөгөлдөрөн эшкәртеү менән шөғөлләнә, Әлшәй, Дәүләкән, Миәкә, Бишбүләк, Йәрмәкәй, Бүздәк, Ауырғазы һәм Шишмә райондарының 150-ләгән хужалығын берләштерә. Етештереү күрһәткестәре буйынса «Раевшәкәр» йәмғиәте Рәсәйҙең 74 шәкәр заводынан иң яҡшы егермеһенә инә. Төп продукция төрҙәре иҫәбендә – шәкәр ҡомо, патока, малсылыҡ өсөн ҡиммәтле аҙыҡ булып һаналған ҡоро һәм грануллы һығынды.
Быйыл 450 мең тонна тамыраҙыҡ әҙерләү, 60 мең тонна шәкәр, шулай уҡ 14 мең тонна һығынды һәм 12 мең тонна патока етештереү күҙаллана. Сергей Байғужин билдәләүенсә, 1 ноябргә 386 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө йыйылған, 31 мең тонна шәкәр, 5,5 мең тонна һығынды һәм 6,1 мең тонна патока етештерелгән.
Йыл һайын етештереүҙе яңыртыуға 100 миллион һум самаһы аҡса бүленә. Мәҫәлән: 2017 йылда инвестиция программаһы 132 миллион һум тәшкил итте. Был аҡса вакуум-аппараттар, кристаллизатор, һығынды ҡыҫҡысы, автотранспорт һатып алыуға һәм шәкәр складын төҙөүгә йүнәлтелде.
Республика Башлығы завод етәкселеге менән етештереүҙе арттырыу перспективаларын, артабан яңыртыу пландарын, продукцияны федераль һәм халыҡ-ара баҙарға сығарыу мөмкинлектәрен тикшерҙе.
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика