05:00 (UTC+5), 15 Ноября 2017

Дәүләкән икмәк комбинаты ҡатнаш аҙыҡ заводы төҙөлөшөн инвестициялай

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Дәүләкән районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 1-се Дәүләкән икмәк аҙыҡ-түлеге комбинатында булды. Быйыл бында сәғәтенә 20 тонна ҡатнаш аҙыҡ етештереү ҡеүәтенә эйә булған заводтың беренсе сираты төҙөлөп бөттө. Уны һалыуға 430 миллион һум инвестиция йүнәлтелгән.
Предприятие генераль директоры Александр Шершнев һүҙҙәренсә, эре мөгөҙлө мал өсөн тәүге 200 тонна ҡатнаш аҙыҡ ҡулланыусыға оҙатылған да инде. Июнь айында сусҡалар өсөн грануллы аҙыҡ етештереү буйынса линия эшләй башланы.
Әлеге ваҡытта ҡатнаш аҙыҡ етештереүҙең икенсе сиратын төҙөү буйынса эштәр алып барыла, уға тағы 97 миллион һум инвестициялау күҙаллана. Объектты 2017 йылдың аҙағына файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.
Предприятие төҙөлә һәм яңыртыу эштәре башланғандан алып ошо ваҡыт эсендә инфраструктура яйға һалынды, автоматик рәүештә сеймал ҡабул итеү һәм продукцияны ебәреү пункттары, заманса ҡормалдар менән йыһазландырылған ҡаҙанлыҡ, 1200 тонна онло сеймал, 150 кубометр үҫемлек майы һыйышлы һаҡлағыстар төҙөлдө. 93 яңы эш урыны булдырылды.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика