15:07 (UTC+5), 14 Ноябрь 2017

«Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» конкурсы лауреаттары билдәле булды

ӨФӨ, 2017 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың туғыҙ предприятиеһында етештерелгән аҙыҡ-түлек лауреат исемен алды, тип хәбәр иттеләр төбәктең Ауыл хужалығы министрлығынан.
Улар — сырҙар һәм спредтар (Бәләбәй һөт комбинаты), аҡ майҙар һәм эремсектәр (Мәләүез һөт-консерва комбинаты), ҡаҙылыҡтар һәм торттар («Янғантау» шифаханаһы), Туймазылағы «САВА» предприятиеһы һәм «Рощинский» совхозы продукттары, Стәрлетамаҡ икмәк комбинатында бешерелгән ҡаластар һәм торттар, «Башспирт»тың Өфө, Бәләбәй һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы филиалдарының ҡайһы бер бальзамдары һәм араҡылары. Бынан тыш, республикалағы 11 предприятиеның продукцияһы (күпселеге — ошо уҡ предприятиелар) дипломант исеменә лайыҡ булды.
Лауреат булған аҙыҡ-түлек етештереүселәр продукцияның этикеткаһында конкурстың логотибын ҡуйыу хоҡуғын ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика