03:10 (UTC+5), 14 Ноября 2017

Канада халҡы башҡорт балы менән һыйланасаҡ

Башинформ
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Ҙур башҡорт балы партияһы Канадаға оҙатылды. Океан артындағы был ҡиммәтле продуктты яратыусылар башҡорт брендының бөтә яҡшы сифаттарын баһалай аласаҡ. Металл мискәгә тейәлгән 23 200 килограм тәбиғи балды Благовещен эшҡыуары Канадаға һатыуға оҙатты.
Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Рәсәй Федерацияһының дәүләт сигендә һәм транспортта ветеринария күҙәтеү бүлеге белгестәре партияны ҡараған. Бал тулы күләмдә лаборатория тикшереүҙәрен үткән. Белгестәр дәүләт стандарттары талаптарына һәм импортер иле талаптарына тап килеүгә сертификат тапшырған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика