02:30 (UTC+5), 13 Ноября 2017

Республикала ит һәм һөт етештереүҙә ыңғай динамика һаҡлана

БР Ауыл хужалығы министрлығы
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Ошо йылдың тәүге туғыҙ айында Башҡортостандың бөтә хужалыҡтарында ла тере ауырлыҡта 246 мең тонна мал һәм ҡош һуғымға оҙатылған. 925 миллион дана йомортҡа алынған. Һөттөң тулайым һауымы 1,358 миллион тонна тәшкил иткән. Был мәғлүмәттәрҙе төбәктең Ауыл хужалығы министрлығы килтерә.
Ағымдағы йылдың ғинуар-сентябрь айҙарында республикала һәр баш һыйырҙан уртаса һауым 5,3 процентҡа артҡан һәм 3947 килограмға еткән.
Тауар һөтөн етештереүҙә лә ыңғай динамика һаҡлана. Дөйөм алғанда, ғинуар-сентябрҙә ауыл хужалығы предприятиеларында һәм фермер хужалыҡтарында 549 мең тонна һөт һауып алынған, тип билдәләй республиканың Ауыл хужалығы министрлығы.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, йыл аҙағына ауыл хужалығы продукцияһын етештереү индексы 101,7 процент кимәлендә фаразлана. Шул иҫәптән, үҫемлекселектә – 102,2 процент, малсылыҡта – 101,3 процент.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика