Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.29
+0.18
29+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Ноябрь 2017, 16:26

Өфөлә инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу буйынса «ҡыҙыу элемтә» ойошторола

Карина Камаева
Карина Камаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 16 ноябрҙә Өфөләге йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләргә эшкә урынлашыуҙа булышлыҡ итеү өсөн «ҡыҙыу элемтә» ойоштора.
Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, белгестәр эшкә ҡабул итеү, квоталар менән бәйле һорауҙарға яуап бирәсәк, льготалар һәм гарантиялар хаҡында һөйләйәсәк. Мөрәжәғәт иткән һәр кем һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр өсөн Өфөләге актуаль вакансиялар һәм ял итеү клубтары хаҡында белә ала.
«Ҡыҙыу элемтә»гә (347) 279-06-56 телефоны буйынса көндөҙгө сәғәт 3-тән киске 5-кә тиклем шылтыратырға мөмкин.
Читайте нас: