16:54 (UTC+5), 10 Ноября 2017

Республиканың иң яҡшы 10 механизаторы «Шевроле Нива» автомобилдәре менән бүләкләнде

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Быйыл уңыш йыйыуҙа юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән өсөн республика конкурсы еңеүселәре «Шевроле Нива» автомобилдәре менән бүләкләнде. Республиканың иң яҡшы аграрийҙарын бүләкләү тантанаһы Өфөләге Конгресс-холда, Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләү барышында үтте. Конкурста еңгән комбайнсыларға асҡысты Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов тапшырҙы.
«Иң яҡшы комбайнсы» номинацияһында бер нисә кеше иң яҡшылары тип танылды. Улар араһында — Баҡалы районынан «Үмәр» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте механизаторы Дмитрий Григорьев; Стәрлетамаҡ районынан Даниил Лошактың крәҫтиән-фермер хужалығы механизаторы Владимир Филонов; Ғафури районынан «Уңыш» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте механизаторы Альберт Мөхәмәтҡолов; Ҡалтасы районынан крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Владислав Бикмурзин; Стәрлетамаҡ районының Калинин исемендәге агросәнәғәт предприятиеһы механизаторы Әхмәт Фәттәхов һәм Дыуан киң профилле колледжы уҡыусыһы Илнар Ниғәмәтйәнов. Уларҙың һәр береһе «Шевроле Нива» автомобилен алды.
Быйыл «Иң яҡшы үҙйөрөшлө сапҡыс операторы» номинацияһында Нуриман районынан Рафаэль Йосоповтың крәҫтиән-фермер хужалығы механизаторы Раил Раянов еңеүсе булды.
«Иң яҡшы йөк автомобиле водителе» номинацияһында Ҡырмыҫҡалы районының «Артемида» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте водителе Михаил Шерышов иң яҡшыһы тип танылды.
«Иң яҡшы сөгөлдөр йыйыу комбайны операторы» номинацияһында Шишмә районының «Агро-Альянс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте механизаторы Айрат Вәлиәхмәтов еңде.
«Иң яҡшы туңға һөрөү механизаторы» номинацияһында Фәвил Хәбибрахмановтың крәҫтиән-фермер хужалығы механизаторы Флюз Сафин еңеү яуланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика