16:01 (UTC+5), 10 Ноябрь 2017

Башҡортостан Хөкүмәтендә «Салауат Ватаны» аграр-этнографик проекты менән таныштырҙылар

ӨФӨ, 2017 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостан хөкүмәтендә «Салауат Ватаны» туристик аграр-этнографик комплексы проектын тәҡдим иттеләр. Таныштырыу сараһы төньяҡ-көнсығыш райондарҙы социаль-иҡтисади үҫтереүҙең һәм Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең урта сроклы комплекслы программаларын тормошҡа ашырыу мониторингы офисы ултырышы барышында уҙҙы.
Инвестиция проектын уны инициаторы, «Аҡ Йорт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Алмас Шакиров тәҡдим итте. Уның һүҙҙәренсә, Салауат районында туристик баҙарҙа биләмәнең конкурентлыҡҡа һәләтен билдәләгән төп факторҙар: ял итеү өсөн тәбиғәт ресурстары, шифаханалар, тарих, мәҙәниәт, археология ҡомартҡылары бар. Улар ошо биләмәне спорт, дауалау-һауыҡтырыу һәм мәҙәни туризм өлкәһендә күрһәтергә мөмкинлек бирә. Экологик хәлдең һәйбәт булыуы ла ҙур әһәмиәткә эйә. Проект бәләкәй ауылдарҙа йәшәүселәргә аҡса эшләү мөмкинлеген бирә.
Республика Министрҙар Кабинетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Алмас Шакиров һәм Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре Салауат районында проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн майҙансыҡ һайлаясаҡ. Проект 2017 йылдың декабрендә I Төбәк-ара төньяҡ-көнсығышты үҫтереү форумында тәҡдим ителер тип көтөлә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика