03:20 (UTC+5), 09 Ноябрь 2017

Төбәктә милеккә хоҡуҡты уртаса теркәү ваҡыты — өс көн

penzalife.info
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Төбәктә милеккә хоҡуҡты уртаса теркәү ваҡыты өс көн тәшкил итә. Йыллыҡ план саманан тыш үтәлгән, тип хәбәр иттеләр республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығында. Йәйгеһен үк документ биреү ваҡыты өс-биш көн тәшкил итә ине. Процедураларҙы оптималләштереү туранан-тура төбәктәге инвестиция мөхитенә тәьҫир итә, тип билдәләнеләр ведомствола.
Был дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарының Росреестр менән ведомство-ара электрон эшмәкәрлеккә күсеү менән бәйле мөмкин булды. Бөгөнгө көнгә Башҡортостан Росреестр идаралығының һорауы буйынса документтарҙың 97 проценты электрон төрҙә бирелә.
Стратегик башланғыстар агентлығы уҙғарған Милли рейтингта милеккә хоҡуҡтарҙы теркәү буйынса процедураларҙың һөҙөмтәлелеге өс күрһәткес буйынса баһалана: милеккә хоҡуҡты уртаса теркәү ваҡыты; хоҡуҡты теркәү өсөн кәрәкле уртаса процедуралар иҫәбе; күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты һәм улар менән килешеүҙәрҙе теркәү буйынса власть органдары эшмәкәрлеген баһалау.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика