Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Ноябрь 2017, 12:12

Сираттағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреү ваҡыты билдәләнде

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Сираттағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 2020 йылдың 1-31 октябрендә уҙғарыла. Рәсәй Хөкүмәте ошо хаҡта бойороҡ ҡабул итте, ул Министрҙар Кабинеты сайтында баҫылған.
Документта әйтелеүенсә, ойоштороу мәсьәләләрен эшкәртеү маҡсатында 2018 йылдың 1-31 октябрендә дөйөм халыҡ иҫәбен алыу ойошторола һәм 550 мең кешене үҙ эсенә ала.
Халыҡ иҫәбен алыу барышында Рәсәй, ил төбәктәре, муниципаль берәмектәр халҡының һаны һәм составы тураһында рәсми мәғлүмәт йыйыу күҙаллана. Шулай уҡ халыҡтың белем кимәле, милли һәм тел составы, социаль-иҡтисади характеристика иҫәпкә алына.
Бынан алдағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 2010 йылдың октябрендә үткәрелде. Унда 141 миллиондан ашыу кеше ҡатнашты.
Читайте нас: