03:30 (UTC+5), 08 Ноября 2017

Урман янғындарын иҫкәртеү буйынса эште көсәйтергә кәрәк – Рөстәм Хәмитов

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Урман фондының янғын хәүефһеҙлеге һорауҙары кисә төбәктә хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса даими эшләүсе координация советы ултырышында тикшерелде, уны Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов алып барҙы.
Быйыл 38 урман янғыны теркәлгән, шул уҡ ваҡытта уларҙың күбеһе ут менән һаҡсыл ҡулланмау, иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында килеп сыҡҡан, тип хәбәр итте республика етәксеһе. Урмандарҙа янғын хәүефе ҡағиҙәләрен боҙған өсөн 500-гә яҡын кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. 163 осраҡта улар айырыуса янғынға ҡаршы режим шарттарында булған.
- Янғынға ҡаршы режим ваҡытында ҡағиҙәләрҙе боҙоуға ысынлап та аптырарлыҡ. Уларға һалынған штрафтар 4 миллион һумдан арта, ә бер кешегә штраф – ни бары 8 мең һум. Улар тиҫтәләгән, йөҙәрләгән миллион һумға зыян килтерә ала, әммә беҙ уларға ҡоро, янғын хәүефе ваҡытында усаҡ яндырғандары, башҡа һаҡлыҡ сараларын иҫәпкә алмағандары өсөн 8 мең һумға штраф һалабыҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Янғындарҙы кисектереү, иҫкәртеү буйынса эште, әлбиттә, бөтә йүнәлештәрҙә лә көсәйтергә кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика