07:14 (UTC+5), 08 Ноября 2017

Республиканың төньяҡ-көнсығышында «Асҡын» «бал» кооперативы ойошторолдо

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарын социаль-иҡтисади үҫтереүҙең урта сроклы комплекслы программаһы сараларын тормошҡа ашырыу барышында Асҡын районында «Асҡын» ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы ойошторолдо. Ул Асҡын районы һәм күрше Пермь крайының Октябрь районы умартасыларын берләштерҙе.
Кооператив етәксеһе Марат Шәйбәков бал һәм балауыҙ етештереүҙе яйға һалды.
Һауыттарға тултырылған бал етештереүҙе арттырыу өсөн технологик ҡорамал кәрәк, уны көстәрҙе берләштереп һатып алыу еңелерәккә төшә, тип иҫәпләй белгестәр. Шул рәүешле Асҡын районының ҡеүәтен тулыраҡ файҙаланырға мөмкин. Райондың 72 процентын урмандар биләй, күпселеге – йүкә урмандары.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика