02:00 (UTC+5), 08 Ноября 2017

Рөстәм Хәмитов «урман амнистияһы» һорауҙарына яуаплы ҡарарға ҡушты

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов хоҡуҡ һаҡлау органдарына һәм профилле ведомстволарға «урман амнистияһы» һорауҙарына яуаплы ҡарарға ҡушты. Ошо хаҡта ул төбәктә хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса даими эшләүсе координация советы ултырышында белдерҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «урман амнистияһы» 2017 йылдың 29 июленән 280-се Федераль закон менән ҡаралған. Ул ер участкалары урман фонды составында иҫәпләнгән, әммә ысынында иһә башҡа категориялағы ерҙәр сифатында файҙаланған граждандарҙың һәм ойошмаларҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлауға саҡырылған. Закон Урман дәүләт реестры һәм Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестры араһында ҡапма-ҡаршылыҡты участка хужалары файҙаһына хәл итеүгә йүнәлтелгән.
- Был һорауға яуаплы ҡарауығыҙҙы һорайым. Намыҫлы граждандарҙан һәм ойошмаларҙан тыш, закон ҡағиҙәләре менән төрлө кимәлдәге алдаҡсыларҙың файҙланыуы бар, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика