09:30 (UTC+5), 08 Ноябрь 2017

Италия дизайнерҙары Башҡортостан ҡаҙ мамығын ҡуллана

Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең матбуғат хеҙмәте
Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең матбуғат хеҙмәте
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостандан бер партия ҡаҙ мамығы Италияға оҙатылды. Сеймал өҫкө кейем тегеү һәм түшәк кәрәк-яраҡтарын тултырыу өсөн тәғәйенләнә. Европа дизайнерҙары тегеү өсөн 8832 килограмм ҡаурый-мамыҡ сеймалын ҡуллана аласаҡ.
Нәҡ ошондай партияны Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең республика буйынса идаралығы белгестәре сығарырға рөхсәт биргән. Белгестәр «Башҡорт ҡаҙы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең үҙенсәлекле ҡаҙ ҡаурый-мамыҡ сеймалын баһалаған. Мамыҡ сәнәғәт технологиялары буйынса алынған.
Мамыҡ сеймалының партияһы бер сәғәт дауамында 1200 градустан юғары пар менән дезинфекцияланған. Продукцияға халыҡ-ара ветеринария сертификаты һәм ЕС сертификаты бирелгән. Йөктө Италияға автотранспорт алып бара.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика