Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.47
+0.57
25+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Ноябрь 2017, 17:29

Хеҙмәт министрлығы төбәктә эшһеҙлек буйынса пособиеның уртаса күләмен атаны

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы октябрь айы өсөн республикала эшһеҙлек буйынса пособиеның уртаса күләмен иғлан итте. Сентябрь менән менән сағыштырғанда ул бер аҙ кәмегән һәм 4175 һум тәшкил иткән.
Әле пособиеның минималь күләме — 977,5, иң ҙуры 5635 һумға тиң.
«1 ноябргә ҡарата төбәктә 7,1 мең кеше — эшһеҙлек буйынса минималь пособие, 12,3 мең рәсми теркәлгән эшһеҙ максималь пособие ала», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко.
Читайте нас: