Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
16+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Ноябрь 2017, 10:40
Өфөнән төбәк авиаташыусылар селтәре киңәйәсәк
Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты
ӨФӨ, 2017 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөнән төбәк авиаташыусылар селтәре киңәйәсәк. Киләсәктә субсидияланған маршруттар иҫәбенә Түбәнге Новгородҡа, Ханты-Мансиға, Белоярскка, Минель Һыуҙарға, Краснодарға тиклем рейстарҙы индереү күҙаллана. Был турала республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында һауа транспортын үҫтереү буйынса кәңәшмәлә һүҙ барҙы.
Хәҙер төшөрөлгән тарифтар буйынса Волга буйы федераль округының алты ҡалаһына: Кировҡа, Ижевскиға, Чебоксарға, Ырымбурға, Һамарға һәм Пермгә осорға мөмкин. Төбәк маршруттары республика һәм федераль ҡаҙна иҫәбенә субсидиялана – пассажирҙар билет хаҡының яртыһын түләй.
Автор:
Ольга Мортазина
Теги:
авиаташыуҙар
субсидиялау
Читайте нас: