12:23 (UTC+5), 07 Ноябрь 2017

Республиканың ветеринария хеҙмәте бешмә буйынса карантинды алыуға документтар әҙерләй

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Бөгөн Башҡортостанда халыҡҡа бешмә вирусы арҡаһында юҡ ителгән малдар өсөн компенсация түләү тамамлана. Дөйөм алғанда, 30 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде. Был хаҡта «Башинформ» агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итте.
Юридик берәмектәргә юғалтҡан малдары өсөн түләүҙәр әле башланмаған. Зыян күргәндәрҙең ошо категорияһына компенсация түләүгә тейешле документтар әҙерләнә.
Бынан тыш, Башҡортостандың ветеринария хеҙмәте норматив-хоҡуҡи акттар әҙерләй һәм, «әгәр барыһы ла һәйбәт булһа, Бүздәк һәм Туймазы райондарында бешмә буйынса карантин алына», тип өҫтәне министр.
7 ноябрҙә республиканың Туймазы һәм Бүздәк райондарында иғлан ителгән бешмә буйынса карантин ваҡыты тамамлана.
Бөтәһе 1700 баш мал юҡ ителде, яҡынса 100 мең баш эре һәм ваҡ малға вакцина һалынды.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика