09:33 (UTC+5), 03 Ноябрь 2017

Өфөлә һатып алыусылар майҙы махсус аппаратта тикшерә

Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә һатып алыусылар майҙы лабораторияла эксперттар ҡулланған махсус аппаратта — «Филин» люминоскобында тикшерә. Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, октябрҙә «Һынау үҙәге» хеҙмәткәрҙәре аҙна һайын популяр магазиндарҙа дежурлыҡ итте.
Һөҙөмтәлә «Филин» 45 май өлгөһөн һәм 26 спредты тикшереп, һигеҙ өлгөнөң тап килмәүен асыҡланы. Һатып алыусылар халыҡтан алған майҙы ла экспертизаға килтергәйне. «Уларҙың хаҡы магазиндағынан күпкә түбәнерәк. Шуға ҡарамаҫтан, был өлгөләр һынауҙы уңышлы үтте», — тип һөйләне «Һынау үҙәге»нең баш белгесе Илдар Ғәбитов.
Люминоскоп май менән спредты айырырға мөмкинлек бирә, һуңғыһының хаҡы ике тапҡырға тиерлек түбән. «Әгәр экспресс-анализ етешһеҙлекте асыҡлаһа, был осраҡта өлгөнө лабораторияла тикшерергә кәрәк. Унда раҫланһа, контролдә тотҡан органдар ошо продукцияны һатыуҙан алыуы ихтимал», — тип аңлатты белгестәр.
2018 йылдан «Башҡортостан Республикаһында ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау» дәүләт программаһы сиктәрендә даими рәүештә ошондай тикшереүҙәр ойоштороу ҡаралған, тип хәбәр иттеләр дәүләт комитетынан. 28 люминоскоп һәм экотестер һатып алып, сифат мониторингын үткәреү өсөн йәмәғәт ойошмаларына тапшырыу күҙаллана.
Ноябрҙә «Филин» люминоскобы Дим биҫтәһендәге «Байрам» магазинында һәр шишәмбе көндөҙгө сәғәт 12-нән 2-гә тиклем эшләй. Адресы: Үҙәк урам, 50б.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика