Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
0
98.78
0
83.96
+0.69
12+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Ноябрь 2017, 17:46

Төбәктең Ауыл хужалығы министрлығы сәсеү майҙандарын страховкалау буйынса иң яҡшы райондарҙы иғлан итте

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы
Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан аграрийҙары әлеге мәлгә 37,5 мең гектар самаһы ерҙе страховкалаған.
Республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сәсеүлектәрҙең күпселеге Урал алды далаһында страховкаланған, уға 33,3 мең гектарҙан ашыу тура килә. Шуларҙың 15,3 мең гектарын Благовар районы аграрийҙары страховкалаған.
Шишмә, Бүздәк һәм Федоровка райондарында ла сәсеү майҙандарын страховкалау буйынса күрһәткестәр һәйбәт.
Читайте нас: