08:05 (UTC+5), 02 Ноябрь 2017

Республикала икенсел ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса ҙур производство төҙөргә йыйыналар

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә яңы объект индерелде, инвестицияларҙың дөйөм күләме яҡынса 266 миллион һум тәшкил итә. Унда 152 эш урыны булдырыу күҙаллана. Был хаҡта Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Инвестиция проектының маҡсаты — Стәрлетамаҡта икенсел ресурстарҙы тәрән эшкәртеү буйынса производство, шулай уҡ ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигонын ойоштороу.
Инициатор булып «ПТК ЭкоПром» акционерҙар йәмғиәте сығыш яһай.
Проектты тормошҡа ашырыу ваҡыты — 2017-2020 йылдар.
Сүп-сарҙы сортировкалауҙан һуң инвестиция проекты пластмассанан, ҡағыҙҙан, картондан, алюминийҙан продукция, быяла банка, шешә, RDF-яғыулыҡ, плитә етештереүҙе күҙ уңында тота.
Әлеге ваҡытта Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегендә 41 проект бар. Дөйөм хаҡы — 207,7 миллиард һумдан ашыу. Улар уңышлы тормошҡа ашырылған осраҡта яңы эш урындары һаны 12,5 меңдән артып китә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика