02:00 (UTC+5), 02 Ноября 2017

Республикала алты яңы газ ҡойоу станцияһы төҙөләсәк – Рөстәм Хәмитов

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Алдағы йылдарҙа Башҡортостанда автотранспортты метан менән заправкалау өсөн алты яңы автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияһы төҙөләсәк. Ошо хаҡта «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең төбәк сәйәсәте буйынса комиссия ултырышында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.
Уның һүҙҙәренсә, уҙған аҙнала компания Идараһы Рәйесе Алексей Миллер менән осрашыу барышында автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияларын төҙөү тураһында килешеү өлгәшелде.
- Беҙ байтаҡ һорауҙарҙы тикшерҙек. Республикала газ-мотор яғыулығындағы автомобилдәрҙе заправкалау станциялары селтәрен үҫтереү хаҡында һөйләштек, – тине Рөстәм Хәмитов. – Башҡортостан Республикаһы – Рәсәй Федерацияһында был йүнәлештә алдынғы. Конкуренттарҙың әүҙем эшләгәнен аңлап, был позицияны артабан да яҡларбыҙ.
Әлеге ваҡытта төбәк биләмәһендә «Газпром» төркөмөнә ҡараған 12 газ тултырыу станцияһы эшләй.
- Алексей Борисович менән алдағы ике-өс йылда тағы алты станция төҙөү кәрәклеге тураһында һөйләштек. Был республикабыҙҙы транспортты газ менән тәьмин эшенә индергән корпорацияның яҡшы, әһәмиәтле өлөшө буласаҡ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Үҙ сиратыбыҙҙа газда эшләүсе транспорт һанын ярайһы уҡ арттырырға йөкләмә алабыҙ. Был эште атҡара алырбыҙ тип уйлайым.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика