Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Ноябрь 2017, 08:40

«Газпром нефтехим Салауат» нигеҙендә яңы етештереү урынына инвестициялар бер нисә миллиард долларҙан артасаҡ – Рөстәм Хәмитов

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Газпром нефтехим Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте нигеҙендә тәбиғи газды этиленға һәм пропиленға эшкәртеү буйынса етештереү комплексын төҙөү тураһында мәсьәлә тикшерелде. Проектҡа инвестициялар күләме бер нисә миллиард долларҙан ашыуы ихтимал. Был турала «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең төбәк сәйәсәте буйынса комиссия ултырышында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе.
- Республика үҙ ваҡытында йыл һайын 20 миллиард кубометр газ тотондо. Хәҙер 15 миллиард кубометр файҙалана. «Газпром» тәрән эшкәртеү өсөн республика биләмәһендә йылына 2-5 миллиард кубометр газ «ҡалдыра» алыр ине, – тине Рөстәм Хәмитов. – Тәбиғи газды этиленға һәм пропиленға эшкәртеү комплексын төҙөү буйынса заманса проекттар бар, шул иҫәптән Wison Ҡытай компанияһы менән. Уның киләсәге бар һәм ул корпорация, ил, бөтөн газ химияһы өсөн кәрәк.
Уның һүҙҙәренсә, «Газпром» менән Ҡытай корпорацияһының уртаҡ инвестиция проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләһе уҙған аҙнала газ концерны Идараһы Рәйесе Алексей Миллер менән осрашыу барышында тикшерелде.
- Был тәҡдим менән Алексей Борисовичҡа мөрәжәғәт иттек һәм хуплау таптыҡ. Хәҙер был проект ентекләп өйренелә. Ул бер нисә миллиард доллар торған бик ҡиммәтле, ҙур, глобаль проект. Уның хаҡы йөҙәрләгән миллиард долларҙан ашып китә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – «Газпром» бөгөн бөтә ыңғай һәм кире яҡтарын баһалап, ошо проектты хуплап сығыш яһаған хәлдә уны тормошҡа ашырыу мөмкинлеге юғары буласаҡ. Иҡтисад яңы эш, етештереү урындары, бөтә яҡтан ҡарағанда ла яңы мөмкинлектәр, яңы һалымдар аласаҡ. Ошондай проектты ғәмәлгә ашырырға тырышырбыҙ.
Республиканың башланғысын «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Идараһы Рәйесе урынбаҫары Валерий Голубев хупланы.
- Этилен һәм политэтилен бүлеп сығарыу менән эшкәртеү проекты, әлбиттә, беҙҙең өсөн бик ҡыҙыҡлылы. Был өҫтәмә 3,5 миллиард кубометр самаһы газ һатыу мөмкинлеге, – тине ул. – Шул уҡ ваҡытта, уның өсөн бөтә техник мөмкинлектәр ҙә – газ-транспорт ҡеүәте, буш етештереү майҙансыҡтары, ресурстар – электр энергияһы, йылылыҡ, һыу бар. Республиканың ғилми комплексында һәм беҙҙең «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһында эшләүсе юғары компетенциялы кешеләр бар. Шуға бында алдағы өс-биш йылда (инвестиция циклы күпме биләй) яңы предприятие барлыҡҡа килеүенә, бер һүҙһеҙ, бөтә тәүшарттар бар.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: