06:05 (UTC+5), 01 Ноябрь 2017

Ниндәй төҙөүселәрҙең өлөшсөләр алдында үҙҙәренең бурыстарын үтәмәүе билдәле булды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Башҡортостан Республикаһында ниндәй төҙөүселәрҙең өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусылар алдында үҙҙәренең бурыстарын үтәмәүе билдәле булды. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, улар Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының да контроленә алынған.
Исемлек түбәндәгесә: «Меркурий», «Луч» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, «СК Трест № 21» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Крона» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «БашИнвестДом» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Новый дом», «Цветы Башкортостана» торлаҡ-төҙөлөш кооперативтары, «Единая торгово-закупочная компания», «Артемида», «Регион-Сервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, «Дом по ул. Гафури 10-12» торлаҡ-төҙөлөш кооперативы, «СтройПроектЦентр» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Башстрой», «Служба заказчика» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре.
Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, республикала 3,5 мең алданған өлөшсө иҫәпләнә, 29 урында төрлө сәбәптәр буйынса 54 йорт төҙөлөп бөтмәгән. Төҙөүселәрҙең яуапһыҙлығынан зыян күргәндәрҙең һаны артыр тип көтөлә.
Ни өсөн йорттар оҙаҡ төҙөлә, властар был проблеманы бюджет аҡсаһы иҫәбенә хәл итергә теләмәй һәм яңы закон кемде яҡлар — ошо хаҡта «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалында уҡығыҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика