08:38 (UTC+5), 31 Октябрь 2017

Төбәктә иң күп эскән һәм айыҡ ҡала-райондар аталды

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетында быйыл тәүге туғыҙ айҙа төбәктә алкоголде легаль һатыу йомғаҡтары буйынса мәғлүмәттәрҙе иғлан итте.
Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, йыл башынан республикала 3,1 миллиондан ашыу декалитр алкоголь һатылған. Был 2016 йылдың ғинуар-сентябрь айҙарына ҡарағанда 8 процентҡа күберәк.
Ағымдағы йылдың туғыҙ айы йомғаҡтарына ярашлы, Октябрьский һәр кешегә һатыу күләме буйынса беренсе урында тора — 10,1 литр.
Икенсе урында — Өфө һәм Ағиҙел. Ошо ике ҡалала йәшәгәндәрҙең һәр береһенә 9,7 литр тура килгән. Өсөнсөлә иһә Нефтекама — 9,3 литр.
Мәләүездә һәм Мәләүез районында спиртлы исемлектәрҙе башҡаларға ҡарағанда аҙыраҡ һатып алалар — 5,9 литр.
Дәүләкәндә һәм Дәүләкән районында был күрһәткес юғарыраҡ — һәр кемгә 5,7 литр.
Өсөнсө урында — Күмертау һәм Межгорье — һәр кешегә 6,3 литр.
Башҡортостан райондарына килгәндә, бында хәл түбәндәгесә.
Беренсе урында — Өфө районы, бында һәр кемгә 8,9 литр спиртлы эсемлек тура килә.
Икенсе урынды Дүртөйлө районы һәм Дүртөйлө биләй — 8,6 литр.
Учалы районы, Учалы һәм Белорет районы, Белорет өсөнсө урынды бүлеште — 8,5 литр.
Йәрмәкәй районында эсеүселәр аҙ — һәр кешегә 2,8 литр. Көйөргәҙе һәм Күгәрсен райондарында йәшәүселәр күберәк эсә — 3 һәм 3,1 литр, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.
Белешмә өсөн. 1 декалитр 10 литрға тиң.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика