05:30 (UTC+5), 31 Октября 2017

Башҡортостан Рәсәй Һаҡлыҡ банкына 2,5 миллиард һумға ике кредитын ваҡытынан алда ҡапланы

Карина Камаева
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Республика Финанс министрлығы Рәсәй Һаҡлыҡ банкына дөйөм 2,5 миллиард һумға ике кредитын ваҡытынан алда ҡапланы. Бынан тыш, улар буйынса 15,8 миллион һумға проценттар түләнде.
2017 йылдың туғыҙ айы йомғаҡтары буйынса республика бюджетын профицит үтәүгә күрә кредиттарҙы ваҡытынан алда ҡаплап булды.
Төбәк Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, кредиттар йылына 8,52 процент ставкаһы буйынса 2013 йылдың декабрендә алынғайны һәм уны ҡаплау ваҡыты 2018 йылдың 3 авгусына тиклем ине.
Башҡарылған операцияларҙы иҫәпкә алыу менән республиканың дәүләткә бурысы октябрҙең аҙағына йыл башы кимәленә ҡарата 25,6 процентҡа кәмеп (23,6 миллиард), 17,5 миллиард һум тәшкил итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика