02:00 (UTC+5), 30 Октября 2017

Туғыҙ ай эсендә «Башнефть» компанияһынан республика ҡаҙнаһына 21 миллиард һум керем ингән

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 2017 йылдың туғыҙ айында «Башнефть» компанияһынан республиканың йыйылма ҡаҙнаһына 21 миллиард һум самаһы һалым һәм уға ҡарамаған керем ингән. Ошо хаҡта ТАСС агентлығына интервьюла Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе.
- Әйтеп үтергә кәрәк, быйыл компанияның финанс күрһәткестәре ярайһы уҡ яҡшырған. Шуға туғыҙ ай эсендә бюджетыбыҙға 9 миллиард һумдан ашыу табышҡа һалым күсерелгән. Ул былтырғыға ҡарағанда 7,3 процентҡа күберәк. Ойошмаларҙың мөлкәтенән һалым буйынса һалым базаһы ла артҡан, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе. – Әлеге тиҙлекте һаҡлап ҡалғанда «Башнефть» быйыл республиканың йыйылма ҡаҙнаһына һалым килеменең бишенсе өлөшөн тәьмин итәсәк тип әйтә алам.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған көндәрҙә «Башнефть» компанияһының Директорҙар советы дивидентарҙы түләүгә 26,3 миллиард һум йүнәлтеү тураһында тәҡдимдәр ҡабул итте. Шулай итеп, быйыл декабрь айында республиканың акциялар пакетына Башҡортостан ҡаҙнаһына 6,6 миллиард һум дивиденд инәсәк. Төбәк Башлығының һүҙҙәренсә, был күҙалланған сумманан байтаҡҡа күберәк.
- Быйылғы йылға бюджетты һалғанда 5 миллиард һум һандарын билдәлгәйнек, – тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов. – Һис шикһеҙ, «Башнефт»тә республика өлөшөнән тағы ла әһәмиәтлерәк керемдәр бюджетыбыҙҙың тотороҡло үҫешенә һәм уның тигеҙлеген булдырыуға тәьҫир итәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика