09:05 (UTC+5), 30 Октября 2017

Республикала 500 ғаилә тәүге бала тыуғанда торлаҡҡа 300 мең һум алыу өсөн таныҡлыҡҡа эйә булды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты тәүге бала тыуғанда 300 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған социаль түләү алыуға 500 самаһы таныҡлыҡ тапшырҙы. 50 ғаилә таныҡлыҡҡа түләү өсөн ғариза биргән, шуның 28-е үҙҙәренең торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан да инде.
Ошо социаль программаны тормошҡа ашырыу республикала быйыл яҙ башланды.
«Төбәктең Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетына социаль түләү алыу өсөн документтарҙы шишәмбе һәм кесаҙна көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем тапшырырға мөмкин. Көн һайын, эш көндәрендә белешмәләр өсөн телефон эшләй: (347) 218-08-93, ошо телефон аша килеп тыуған һорауҙар буйынса халыҡҡа консультациялар бирелә. Бынан тыш, беҙҙең сайттағы «Иғтибар үҙәгендә» бүлегендә һәммәһе лә ошо программа буйынса өҫтәмә мәғлүмәт менән таныша ала», — тип асыҡлыҡ индерҙе ведомствоның матбуғат секретары Елена Вершинина.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, беренсе бала тыуғанда 300 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған социаль түләүгә 2018 йылда 325 миллион һум планлаштырылған.
Өс йыл дауамында ике меңдән ашыу кеше ошо программа буйынса сертификат алыр тип көтөлә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика