03:00 (UTC+5), 30 Октября 2017

«Башнефть» хәйриә ярҙамы күләмен 4 миллиард һум кимәлендә һаҡлап ҡаласаҡ – Рөстәм Хәмитов

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Башнефть» хәйриә ярҙамы күләмен былтырғы 4 миллиард һум кимәлендә һаҡлап ҡаласаҡ. Был турала ТАСС агентлығына интервьюла Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе.
Төбәк етәксеһенең һүҙҙәренсә, 2017 йылдың туғыҙ айында республика 2,7 миллиард һум алған да инде.
- Был аҡса туғыҙ балалар баҡсаһын, 12 мәктәпте, туғыҙ мәҙәниәт учреждениеһын, дүрт һаулыҡ һаҡлау, 10 спорт объекттарын проектлауға, төҙөүгә, ремонтлауға һәм йыһазландырыуға, һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәрен, таҙартыу ҡорамалдарын яңыртыуға, парктарҙы төҙөкләндереүгә, спорт һәм мәҙәни саралар уҙғарыуға, беҙҙең «Салауат Юлаев» һәм «Торос» хоккей клубтарын финанслауға һәм башҡа маҡсаттарға йүнәлтелгән, – тип аңлатты Рөстәм Хәмитов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған көндәрҙә «Башнефть» компанияһының Директорҙар советы дивидентарҙы түләүгә 26,3 миллиард һум йүнәлтеү тураһында тәҡдимдәр ҡабул итте. Шулай итеп, быйыл декабрь айында республиканың акциялар пакетына Башҡортостан ҡаҙнаһына 6,6 миллиард һум дивиденд инәсәк. Төбәк Башлығының һүҙҙәренсә, был күҙаллаған сумманан байтаҡҡа күберәк.
- Быйылғы йылға бюджетты һалғанда 5 миллиард һум һандарын билдәләгәйнек, – тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов. – Һис шикһеҙ, «Башнефт»тә республика өлөшөнән тағы ла әһәмиәтлерәк керемдәр бюджетыбыҙҙың тотороҡло үҫешенә һәм уның тигеҙлеген булдырыуға тәьҫир итәсәк. «Башнефть» һәм «Роснефть» менән хеҙмәттәшлегебеҙ тағы ла үҫешер тип ышанам.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика