13:16 (UTC+5), 30 Октябрь 2017

Бәләбәйҙә һәм Благовещенда парктар төҙөкләндерелде

vruzaevke.ru
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Бәләбәйҙә һәм Благовещенда «Бәләкәй ҡалаkfh парктары» партия проекты сиктәрендә парктарҙы төҙөкләндереү эштәре тамамланды. Тағы ла өс ҡатнашыусы ҡала ағымдағы йылдың аҙағына тиклем объекттарҙы тапшырырға әҙерләнә. Белоретта асыуға әҙерләнәләр, Учалыла һәм Күмертауҙа килеп тыуған ҡыйынлыҡтар арҡаһында проектты ҡышҡа тамамлау бер аҙға күсерелә, тип хәбәр итте республика Дәүләт Йыйылышындағы «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы ултырышында координатор Александр Дегтев.
Учалы халҡы биләмәне төҙөкләндереү буйынса ниндәйҙер бер эш төрөн һайламаған, ә урындағы парк өсөн күңел асыу аттракционын һатып алыуҙы үҙ иткән. Тендерҙы уҙғарғанда тик өсөнсө тапҡырҙан ғына тәьмин итеүсе билдәләнгән, шуға ҡорамалды монтажлау эштәрен ноябрҙең уртаһына ғына тамамлап буласаҡ.
Күмертауҙа паркты төҙөкләндереү буйынса проекттың килешеү процедураһы оҙаҡ һуҙылған. Шул сәбәпле уны асыу көнө 25 декабргә күсерелгән. Проекттың шарттары буйынса бөтә эштәр ҙә ағымдағы йылда тамамланырға тейеш, тип билдәләне коодинатор.
Программаның шарттары буйынса, 250 меңгәсә кеше йәшәгән ҡалаларҙың йәмәғәт киңлеген һәм парктарын төҙөкләндереү өсөн федераль һәм республика ҡаҙналары аҡса бүлә. Башҡортостанда ошондай 19 муниципалитет бар. Быйыл проектҡа биш ҡала инде. Программа тағы ике йыл эшләйәсәк, шул осорҙа уны ошо бөтә ҡалаларҙа тормошҡа ашырырға кәрәк, тип күҙаллай Александр Дегтев.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика