11:15 (UTC+5), 27 Октября 2017

Төбәктә өлөшсөләр тураһында закон ҡабул ителде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары сираттағы ултырышта өлөшсөләр тураһында закон ҡабул итте. Парламентарийҙар «Айырым закон сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проектын бер юлы ике уҡыуҙа ҡараны. Проект асыҡ тыңлауҙарҙа ҡыҙыу фекер алышыу тыуҙырҙы, ләкин Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитетҡа төҙәтмәләр килмәне.
Закон төҙөлөш эштәрен тамамлау мөмкин булмаған объекттарҙың алданған өлөшсөләрен яҡлауҙың яңы механизмдарын күҙ уңында тота. Зыян күреүселәргә күләмле инвестиция проекттары сиктәрендә төҙөлгән йорттарҙа фатир бүленәсәк. Документта сауҙаһыҙ ошондай инвестиция проекты сиктәрендә ер бүлеү мөмкинлеге ҡаралған. Бындай схема буйынса һалынған йорттоң йәки йорттарҙың дөйөм майҙаны 10 мең квадрат метрҙан кәм булмаҫҡа тейеш, өҫтәүенә дөйөм торлаҡ майҙанынан 10 проценттан ашыуын инвестор өлөшсөләрҙең милкенә тапшырырға бурыслы.
Закон проекты авторҙары билдәләүенсә, был туғыҙ объекттың проблемаларын хәл итергә мөмкинлек бирәсәк. Уларҙың икәүһе — Нефтекамала, берәүһе — Стәрлетамаҡта һәм алтауһы Өфөлә урынлашҡан. Республикала бөтәһе 29 проблемалы майҙансыҡ иҫәпләнә, зыян күргәндәрҙең һаны 3,5 мең кешегә етә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика