09:49 (UTC+5), 27 Октябрь 2017

Республикала хеҙмәт хаҡының һәм ғүмер оҙонлоғоноң артыуы күҙаллана

Depositphotos.com
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ултырышында республиканың 2018 йылға һәм 2020 йылға тиклемге осорға социаль-иҡтисади үҫеш прогнозын тәҡдим итте.
Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы тәҡдим иткән прогнозға ярашлы, республикала ғүмер оҙайлылығының 71,5 йәшкә тиклем етеүе һәм үлемдең кәмеүе көтөлә.
Бынан тыш, 2020 йылға төбәктә айлыҡ уртаса хеҙмәт хаҡын 35 мең һумға ҡәҙәр арттырыу ҡаралған.
Эксперттар дөйөм эшһеҙлек кимәле 2018 йылда 5,5 проценттан 2020 йылда 5,2 процентҡа ҡәҙәр, теркәлгән эшһеҙлек кимәле иһә 1,08 проценттан 1,05 процентҡа тиклем түбәнәйер тип баһалай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика