03:20 (UTC+5), 27 Октябрь 2017

Өфөлә 100 миллион һумлыҡ бассейн төҙөләсәк

Олег Яровиков
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостандың Капиталь төҙөлөш идаралығы Өфөнөң Калинин районында Төхвәт Йәнәби бульварында бассейн төҙөүгә тендер иғлан итте. Конкурс документтарына ярашлы, бассейнды урынлаштырыу өсөн ике ҡатлы бина төҙөү күҙаллана.
RosTender.info хәбәр итеүенсә, комплекс биләмәһе йөҙөү буйынса спорт дәрестәрен һәм күнекмәләр, физкультура-сәләмәтләндереү процедураларын уҙғарыуҙы, балаларҙы (14 йәштән) һәм өлкәндәрҙе йөҙөргә өйрәтеүҙе, шулай уҡ инвалидтар өсөн реабилитация һәм аяҡҡа баҫтырыу дәрестәрен үткәреүҙе күҙ уңында тота. Объект 2018 йылдың ноябрендә төҙөлөп бөтөргә тейеш. Был эштәрҙе башҡарыуға 100 миллион һум бүленә.
Бассейн төҙөүгә аҡсаны «Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект» программаһы буйынса республика ҡаҙнаһы бүлә. Проект сиктәрендәге бөтә төҙөлөштәр ҙә социаль әһәмиәткә эйә буласаҡ. Уларҙы 2019 йылда республиканың 100 йыллығына тамамлау күҙаллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика