Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Октябрь 2017, 07:00

Башҡортостанда таможня тышҡы сауҙа әйләнешенең 1,6 тапҡырға артыуын билдәләне

news.tj
news.tj
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда йыл башынан тышҡы сауҙа әйләнеше 1,6 тапҡырға артҡан (уҙған йыл күрһәткестәре менән сағыштырғанда) һәм 571,2 миллион доллар тәшкил иткән.
Экспорт 1,7 тапҡырға күтәрелгән һәм әйләнеше 80,7 процентҡа (461 миллион доллар) еткән. Импорт 26,5 процентҡа артҡан (110,2 миллион доллар).
III кварталда металдан һәм унан эшләнгән изделиеларҙан тыш, бөтә индерелгән тауарҙар төркөмөнөң артыуы күҙәтелде. Экспортҡа машина төҙөү агрегаттары (авиадвигателдәр һәм уларҙың өлөштәре, вертолеттар), химия продукцияһы (стирол, азот ашламаһы, бутилакрилат, синтетик каучук) сығарылды. Машина эшләү продукцияһын күпләп индереү иҫәбенә импорт күрһәткестәре артты.
2017 йылдың өсөнсө кварталында тышҡы иҡтисад эшмәкәрлегендә 330 ҡатнашыусы донъяның 88 иле менән сауҙа бәйләнештәрен булдырҙы. Уҙған йылдың өсөнсө кварталында 265 ойошма һәм эшҡыуар 86 дәүләт менән сауҙа алып барҙы.
Алыҫ сит илдәр менән сауҙа экспорт буйынса 77,4 процентҡа һәм импорт буйынса 27,5 проценттҡа күтәрелде.
Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәре менән экспорт 57 процентҡа, импорт 16,5 процентҡа артҡан.
Автор:Ольга Мортазина
Читайте нас: