04:30 (UTC+5), 27 Октября 2017

Башҡортостан сауҙа ассоциацияһын Фәрит Ғиндуллин етәкләне

retail-loyalty.org
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. «АиФ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хужаһы Фәрит Ғиндуллин Башҡортостан сауҙа ассоциацияһының яңы етәксеһе итеп һайланды. 26 октябрҙә ассоциация ағзаларының дөйөм йыйылышы булды, унда, ҡайтанан һайлауҙарҙан тыш, ойошманың эш һөҙөмтәләре һәм төбәк ритейлының көнүҙәк проблемалары тикшерелде.
Башҡортостан сауҙа ассоциацияһының элекке етәксеһе – «Форвард» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте (компания «Байрам», «Полушка», «Һабантуй» селтәрҙәре менән идара итә) директоры Павел Антипин республиканың Сауҙа буйынса дәүләт комитетынан маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы – Дәүләт комитеты менән тығыҙ эшләгән берҙән-бер йәмәғәт ойошмаһы, ә «Байрам» селтәре бешмә ауырыуынан зыян күргән ауылдарға беренселәрҙән булып тиҙ арала гуманитар ярҙам күрһәтеүгә яуап бирҙе, тип билдәләне ведомство етәксеһе Гүзәл Аҫылова.
Яңы рәйескә дәғүәсене эшҡыуар һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Илдар Ғарифуллин таныштырҙы. Фәрит Ғиндуллин, үҙ сиратында, 2018 йылдың аҙағына тиклем ойошма эшенең киң программаһы менән таныштырҙы. Уға эшҡыуарҙарға мотлаҡ электрон программаларға инеү тураһында яңы закондар буйынса мәғлүмәт һәм кәңәш биреү инә. Проект шулай уҡ йәмәғәт тормошонда, конкурстарҙа һәм күргәҙмәләрҙә ҡатнашыуҙы күҙ уңында тота.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика