Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
-0.36
98.56
-0.08
82.82
-0.85
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Октябрь 2017, 11:30

Төбәктә көнбағыш һәм кукуруз йыйыу эштәре дауам итә

ӨФӨ, 2017 йыл, 26 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда һуң өлгөргән культураларҙы – көнбағышты һәм кукурузды йыйыу эштәре дауам итә. Көнбағыш – 60 процент, кукуруз 70 процент майҙандан йыйып алынған. Баймаҡ, Благовещен, Дыуан, Йылайыр һәм Илеш райондары предприятиелары көнбағышты тулыһынса йыйған. Төбәктә һәр гектарҙан уртаса уңыш 11,7 центнер. Әлеге ваҡытта бөтәһе 158,3 мең тонна көнбағыш орлоғо һуғып алынған.
Кукурузды орлоҡҡа тип тулыһынса 18 район йыйған. Һәр гектарҙан уртаса уңыш 36,2 центнер тәшкил иткәндә, әлеге мәлдә 44,08 мең тонна йыйылған. Былтыр уңыш гектарынан 27,3 центнер булған.
Автор:Ольга Мортазина
Читайте нас: