09:40 (UTC+5), 26 Октября 2017

Социаль программалар буйынса автомобиль һатып алыусылар һалым түләмәй

Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Ведомство программалары сиктәрендә автомобиль һатып алыусылар өҫтәмә һалым түләүҙән ҡотола. Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы Рәсәй Федерацияһының Һалым кодексына төҙәтмәләр индермәксе, тип хәбәр итә «Известия».
Әлеге ваҡытта Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының «Ғаилә автомобиле» һәм «Беренсе автомобиль» социаль программалары эшләй, улар илебеҙ халҡына транспорт сараһын отошло шарттарҙа алырға мөмкинлек бирә. Автокредитлауҙы субсидиялау Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең илдә автомобиль сәнәғәтен үҫтереүгә һәм уға булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән сараларының береһенә әйләнде.
Был үҙгәрештәр тураһында Рәсәй Финанс министрлығы менән эш тәртибендә килешелгән һәм Дәүләт Думаһына Рәсәй Федерацияһының Һалым кодексына сираттағы үҙгәрештәрҙе ҡарағанда ҡабул ителергә тейеш. Һалым кодексына үҙгәрештәр индерелгәндән һуң автомобиль һатып алған граждандар Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы субсидиялаған льготаларҙан НДФЛ түләмәйәсәк. Бөгөнгө көнгә дәүләт программаһы биргән 10 процент ташлама Финанс министрлығы тарафынан табыш булараҡ баһалана, шунлыҡтан уға мотлаҡ һалым һалына.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика