10:25 (UTC+5), 26 Октябрь 2017

Башҡортостанда мәшғүл халыҡтың һаны артҡан

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Ошо йылдың III кварталында Росстат үткәргән мәшғүллек мәсьәләләре буйынса халыҡты тикшереү мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда эшсе көстәр 2,054 миллион кешенән ашҡан.
Уларҙың 1,940 миллионы – иҡтисадта мәшғүл йәки эшләгән граждандар, 11,3 меңе — Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы критерийҙары буйынса эшһеҙҙәр.
Дөйөм эшһеҙлек кимәле 5,4 процент тәшкил иткән.
Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы шундай мәғлүмәттәр килтерә.
Сағыштырыу өсөн: 2016 йылдың III кварталында республикала иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ һаны 1,999 миллиондан ашыу тәшкил иткән. Уларҙың 1,885 миллионы иҡтисадта мәшғүл булған. Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы методологияһы буйынса эшһеҙҙәр һаны 114,4 мең кешегә еткән.
Дөйөм эшһеҙлек кимәле лә юғары булған һәм уҙған йылдың III кварталында 5,7 процент тәшкил иткән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика