Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Октябрь 2017, 15:31
Иглин районында 13 етем бала өй туйлаясаҡ
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың Иглин районында етем балалар өс ҡатлы 24 фатирлы йортта өй туйлаясаҡ.
28 октябрҙә Иглиндә яңы фатир асҡыстары тапшырыу тантанаһы уҙа.
«Иглиндә ошо йортто төҙөү уҙған йылдың дүртенсе кварталында башланғайны. Фатирҙарҙа биҙәкләү эштәре башҡарылған. Йорт яны биләмәһендә бәләкәй балалар, шулай уҡ өлкәндәрҙең ялы һәм хужалыҡ маҡсаттары өсөн майҙансыҡтар бар», — тип хәбәр итте Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Елена Вершинина.
Теги:
төҙөлөш
фатирҙар
етем балалар
Читайте нас: