06:40 (UTC+5), 24 Октября 2017

Владимир Путин кесе эшҡыуарлыҡ өсөн льготаларҙы һаҡларға ҡушты

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Ил президенты Владимир Путин премьер-министр Дмитрий Медведевҡа кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты финанслауҙы һаҡлау мөмкинлеген ҡарарға ҡушты. Был хаҡта, дәүләт башлығының резолюцияһына һылтанып, «Известия» гәзите хәбәр итә.
2017 йылда бюджеттың килеме түбәнәйеүе арҡаһында кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты финанслау 7,5 миллиард һумға тиклем кәметелгәйне. Бизнес быны алдағы йылдарға бер кимәлдә теркәргә кәрәк булған күрһәткес тип иҫәпләй, шуға ҡарамаҫтан бюджетта алдағы өс йылға 5 миллиард раҫланған.
Сентябрь аҙағында «Рәсәй терәге» бизнес-берләшмәһе президентҡа дәүләт сығымдарын шул рәүешле теркәү тураһында үтенес менән мөрәжәғәт иткәйне. Министрҙар Кабинеты аппаратында раҫлауҙарынса, президенттың тейешле бойороғо өйрәнелә, сөнки «был — әлеге мәлдә хөкүмәт өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика