02:00 (UTC+5), 24 Октября 2017

Урал аръяғында яңы ҡояш электр станцияһы йыл аҙағынаса эшләй башлаясаҡ

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Урал аръяғында яңы ҡояш электр станцияһын йыл аҙағынаса файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Ейәнсура районында Иҫәнғол ҡояш электр станцияһының ҡеүәте 9 МВт тәшкил итәсәк.
Объекттың инвесторы – «Хевел» компаниялар төркөмө структуралары («Ренова» компаниялар төркөмө һәм «РОСНАНО» акционерҙар йәмғиәтенең уртаҡ предприятиеһы). Проект 30 гектар майҙанда тормошҡа ашырыла. Иҫәнғол ҡояш электр станцияһына инвестициялар күләме – 1 миллиард һумдан ашыу. Объектты 2017 йылдың апрелендә төҙөй башланылар. Әлеге ваҡытта электр станцияһында көйләү эштәре бара.
Был республикала төбәктең көньяғында ҡояш электр станциялары селтәрен төҙөү буйынса проект сиктәрендә «Хевел» компанияһы республикала төҙөгән өсөнсө ҡояш электр станцияһы. Республикала Хәйбулла районының Бүребай ҡояш электр станцияһында һәр ҡайһыһы 10 МВт ҡеүәтле ике сират һәм Көйөргәҙе районының Бөгөлсән ҡояш электр станцияһында һәр ҡайһыһы 5 МВт ҡеүәтле өс сират эшләй. Төбәктә проектты тормошҡа ашырып бөткәндән һуң бөтә ҡояш электр станцияларының дөйөм ҡеүәте 64 МВт тәшкил итәсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, эш сәфәрҙәре барышында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Бүребай һәм Бөгөлсән ҡояш электр станцияларында булды, төбәк энергетикаһы өсөн проекттың әһәмиәтен билдәләне.
- Республикабыҙҙы «ҡояшлы Башҡортостан» тип йөрөтәләр. Йылына 300 көн Башҡортостандың Урал аръяғында ҡояш бөтә көсөнә яҡтырта. Был энергияны файҙаланырға кәрәк, – тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов Өфөлә уҙған Рәсәй энергетика форумында. – Бөгөн унда әлегә ҙур булмаһа ла, әммә мөһим ҡояш энергетикаһы объекттары төҙөлә. 2020 йылда 100 МВТ-ҡа яҡын ҡояш энергияһы ҡеүәтенә эйә булабыҙ. Эйе, был билдәләнгән дөйөм республика энергетика системаһы ҡеүәтенең ни бары ике проценты ғына, әммә алға табан яҡшы аҙымдар. Тимәк, ошо йүнәлештә эшләйәсәкбеҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика