05:20 (UTC+5), 24 Октябрь 2017

Төбәктә емерелеп барған туғыҙ ҡатлы йортта йәшәүселәр яңы торлаҡлы булды

баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостандың баш ҡалаһында Глумилин урамы, 2 адресы буйынса туғыҙ ҡатлы яңы йорт хужаларын ҡабул итергә әҙер. Өфө шоссеһы урамындағы 4-се туғыҙ ҡатлы йорттоң авария хәлендәге подъездарында йәшәүселәр яңы фатирҙарға күсә, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтендә.
2015 йылдың аҙағында Өфө шоссеһы, 4 адресы буйынса күп фатирлы йорттоң 1-се һәм 2-се подъезы авария хәлендә тип танылды. Ошонда йәшәүселәргә ваҡытлыса торлаҡ – ҡаланың төрлө райондарында уңайлыҡтары булған айырым фатирҙар бирелде. Хәҙер өфөләрҙең даими йорттары буласаҡ.
Яңы йорт граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса республика адреслы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлдө. Төҙөлөштөң дөйөм майҙаны 4500 квадрат метр тәшкил итә, туғыҙ ҡатлы йортта 72 фатир.
Глумилино биҫтәһе – Өфө ярымутрауы сиктәрендә әлегә тиклем төҙөлөп бөтөлмәгән иң ҙур майҙансыҡ. Хәҙер уның биләмәһендә әүҙем төҙөлөш эштәре бара.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика