11:09 (UTC+5), 24 Октября 2017

Башҡортостандың баш ҡалаһы торлаҡҡа хаҡтар буйынса иң ҡиммәтле 10 мегаполис иҫәбенә инде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Өфө торлаҡҡа хаҡтар буйынса илдең иң ҡиммәтле 10 мегаполисы иҫәбенә инде. Ҡалала фатирҙың уртаса хаҡы 2,56 миллион һум тәшкил итә, бер квадрат метрҙың хаҡы — 59,6 мең һум, һатыуға ҡуйылған фатирҙың уртаса майҙаны — 50,8 квадрат метр. Юла түләүһеҙ иғландар сервисы тикшереүҙәре һөҙөмтәләрен РБК-Өфө анализлай.
Башҡортостандың баш ҡалаһы исемлектә алтынсы урынды биләй. Торлаҡҡа иң юғары хаҡтар ғәҙәттәгесә Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта. Был ҡалаларҙа фатирҙы уртаса 8,3 һәм 4,8 мең һумға һатып алырға мөмкин. Артабан Владивосток, Екатеринбург һәм Ҡазан килә. Татарстандың баш ҡалаһында фатирҙың хаҡы — 2,7 миллион һум. Һамарҙа, Пермдә, Краснодарҙа һәм Силәбелә торлаҡҡа хаҡтар арзан. Мәҫәлән, Силәбелә фатир уртаса 1,6 миллион һум тора.
«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлығы селтәре мәғлүмәтенсә, Өфөләге икенсел баҙарҙа бер квадрат метрҙың уртаса хаҡы бөгөн 58,3 мең һум тәшкил итә. 2016 йылдың аҙағынан алып хаҡтар 1,5 процентҡа төшкән.
Әгәр икенсел торлаҡҡа хаҡтар кәмеһә, яңы төҙөлгәндәренә, киреһенсә, арта. Хәҙер икенсел баҙарҙа квадрат метрҙың уртаса хаҡы — 61,1 мең һум.
Domofond.ru сайты уҙғарған һорау алыу йомғаҡтарына ярашлы, Өфөлә йәшәүселәр яҡын киләсәктә хаҡтарҙың артыуын көтә (Санкт-Петербург, Новосибирск, Ҡазан һәм Һамар халҡы ла улар менән риза). Респонденттарҙың 70 проценты дүртенсе кварталды күсемһеҙ милек һатып алыу өсөн уңайлы ай тип иҫәпләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика