Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
15+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Октябрь 2017, 08:30

Башҡортостанда Ағиҙел йылғаһына 26 мең киң маңлай балығы селбәрәһе ебәрелде

Лилиә Нуретдинова
Лилиә Нуретдинова
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда Ағиҙел йылғаһына республиканың Экология министрлығы Һарытау балыҡсылыҡ хужалығынан һатып алған 26 мең киң маңлай (толстолобик) балығы селбәрәһе ебәрелде. Кушнаренко районындағы сара ағымдағы йылда һыу объекттарын балыҡтар менән яһалма байытыу программаһында һуңғыһы булды. Алдан селбәрәләрҙе Бөрө, Благовещен янында, Краснокама районында ебәрҙеләр. Һыу объекттары бөтәһе 100 меңдән ашыу уҡбалыҡ, һаҙан һәм киң маңлай селбәрәһе менән байытылды.
«Селбәрәләрҙе һыуға ебәреү урындарын алмаштырырға кәрәк, сөнки бында бәләкәй балыҡтарҙы ашаусы йыртҡыс балыҡтар йөрөй башлай. Был партия киң маңлайҙарҙың иҫән ҡалыу мөмкинлеге – 30 процент», — тип һөйләне «Балыҡсылыҡ һәм һыу биологик ресурстарын һаҡлау буйынса баш бассейн идаралығы» федераль дәүләт бюджет учреждениеһының Кама-Урал филиалы әйҙәүсе инженер-экологы Азат Закиров.
2018 йылда Дим, Йүрүҙән, Әй йылғаларына балыҡ ебәреү күҙаллана. Был сәнәғәттең һыу биоресурстарына килтергән зыянын ҡаплау өсөн эшләнелә, тип аңлаттылар ведомствола.
Автор:Ольга Мортазина
Читайте нас: