16:20 (UTC+5), 23 Октября 2017

Республиканың Торлаҡ төҙөлөшө фондына яңы етәксе эҙләйҙәр

Яндекс.Карталар
Яндекс.Карталар
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты «Торлаҡ төҙөлөшө фонды» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры вазифаһына конкурс иғлан итте. Ғаризалар 30 октябрҙән 30 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Ике этаплы конкурс 8 декабргә билдәләнгән.
Предприятиеға 2015 йылдан алып етәкселек иткән Владислав Туманин октябрь башында вазифаһынан бушатылды. Етәксе вазифаһын башҡарыусы итеп баш инженер урынбаҫары булып эшләгән Роберт Шәйбәков тәғәйенләнде.
Башҡортостандың Торлаҡ төҙөлөшө фонды — республикала торлаҡ төҙөлөшө баҙарының 15 процентын биләгән ҙур дәүләт төҙөүсеһе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика