16:06 (UTC+5), 20 Октябрь 2017

Башҡортостанда Ҡунаҡсыллыҡ һәм туриндустрия форумын-2017 үткәреү датаһы билдәле булды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 15-17 ноябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында Ҡунаҡсыллыҡ һәм туриндустрия форумы уҙғарыла. Төбәк Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Ҡытай, Швейцария, Греция һәм Иран форум сараларында ҡатнашырға теләк белдергән дә инде. Сит илдәрҙең һәм Рәсәйҙең туризм өлкәһендәге эксперттары тәжрибә уртаҡлашыу һәм ошо өлкәне үҫтереүҙең мөһим мәсьәләләрен тикшереү өсөн Өфөгә йыйыла.
Сараларҙың бер өлөшө Рәсәйҙең һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренең туристик баҙары профессионалдары өсөн Profi.Travel порталында тура эфирҙа күрһәтеләсәк.
Тәүге тапҡыр форум барышында балалар турҙары йәрминкәһе ойошторола. Унда балалар өсөн төрлө программалар тәҡдим итеү ҡаралған. Уларҙа мәктәп каникулдары ваҡытында ғына түгел, ә уҡыу йылы барышында ла ҡатнашырға мөмкин, ошо программаларҙың күпселеге сағыу һәм йәнле дәрестәр булып тора.
Бынан тыш, был форумда ҡунаҡ тирмәләре тарафынан «Һоҡланғыс Башҡортостан» проекты тәҡдим ителә.
Республиканың туристик-рекреацион кластерҙары стендында уларҙың тәҡдимдәре менән танышырға һәм уларҙың инвестиция ҡеүәтен, матурлығын, урындағы иҫтәлекле урындарҙы күрергә мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика