05:00 (UTC+5), 20 Октября 2017

Баш ҡалала ҡар ҡиммәтләнгән

Арина Рәхимҡолова
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостандың баш ҡалаһында ҡар ҡиммәтләнгән. Ҡала хакимиәте муниципаль «Өфө һыу каналы» менән ҡар ҡабул итеүгә һәм уны утилләштереүгә яңы тарифтарҙы раҫланы. Яңы документҡа ярашлы, бер кубометр ҡарҙы эшкәртеү 173,58 һумға төшәсәк, ул былтырғыға ҡарағанда 6,68 һумға күберәк.
РБК-Өфө хәбәр итеүенсә, норматив буйынса Өфөгә ҡаралған 1288 берәмек техниканан уҙған миҙгел аҙағында ҡалала тик 410-ы ғына булған. Күбеһенсә щёткалы ҡар таҙартҡыстар (215 берәмек), технологик материалдарҙы бүлеүсе (213), һепереп йыйыу машиналары (194 берәмек), шулай уҡ роторлы ҡар таҙартҡыстар, ҡар тейәгестәр, автогрейдерҙар, тейәгестәр, ҡар сығарыу өсөн автомобилдәр, бульдозерҙар етмәгән. 2016/2017 йылдарҙың ҡышында ҡала биләмәһенән ике миллион кубометрҙан ашыу ҡар сығарылған.
Сентябрь аҙағында республика ҡаҙнаһынан яңы техника һатып алыуға өҫтәмә субсидиялар бүленмәүе асыҡланды. Уның урынына «Башкиравтодор» базаһында биш механизацияланған күсмә бригада ойошторолдо. Улар ҡала ғаризаһы буйынса кәрәккәндә муниципаль хеҙмәттәр менән бергә ҡарҙы йыйыштырыуға ҡушыласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика