04:50 (UTC+5), 19 Октябрь 2017

Башҡортостан йылытыу миҙгеленә әҙерлек буйынса алдынғы төбәк тип аталды

Олег Яровиков
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Рәсәй Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы йылытыу миҙгеленә әҙерләнеү һәм уны башлау буйынса алдынғы төбәктәрҙе атаны. Ҡышҡа инфраструктураны һәм торлаҡ фондын юғары әҙерләү кимәле туғыҙ төбәктә – Мәскәүҙә, Камчатка крайында, Башҡортостан һәм Татарстан республикаларында, Һамар өлкәһендә, Алтай Республикаһында, Тула, Липецк һәм Новосибирск өлкәләрендә билдәләнә. Ошо хаҡта 18 октябрҙә Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Михаил Мень Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Козак уҙғарған видеоселектор кәңәшмәһендә белдерҙе. Аутсайдер-төбәктәр араһында Брянск һәм Курск өлкәләре, Байкал аръяғы һәм Еврей автономиялы өлкәһе иҫәпләнә.
Республика Хөкүмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, төбәктә йылытыу миҙгеленә 101,01 миллион квадрат метр торлаҡ фонды, 1532 ҡаҙанлыҡ, ике торбалы иҫәпләүҙә 4138,6 саҡрым йылылыҡ селтәре, 14748,6 саҡрым һыу үткәргесе селтәре, 517 үҙәк йылылыҡ пункты әҙерләнгән. 133,4 саҡрым йылылыҡ һәм 208,9 саҡрым һыу үткәргесе селтәрҙәре алмаштырылған. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары коммуналь инфраструктура объекттарында 195 берәмек күсмә резерв һәм 102 берәмек стационар электр тәьминәте сығанаҡтарына эйә, объекттар тулыһынса тәьмин ителгән. 504 авария-тергеҙеү бригадаһы һәм 1643 берәмек техника ремонтлау персоналы менән комплектланған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика