05:00 (UTC+5), 18 Октябрь 2017

Затон Йылылыҡ электр үҙәге 2018 йылдың яҙында эшләй башлай

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 2018 йылдың яҙында Затон йылылыҡ электр үҙәге файҙаланыуға тапшырыла. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «ВДНХ-Экспо» күргәҙмә комплексында барған Рәсәй энергетика форумы барышында хәбәр итте.
Форум сиктәрендә ойошторолған «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһендә республика етәксеһе «Башҡортостан генерациялаусы компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте стенды менән танышты, унда предприятие вәкилдәре менән Затон йылылыҡ электр үҙәген төҙөү барышын тикшерҙе. Уларҙың һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта объектта 137 кеше эшләй.
- Төҙөлөш-монтажлау эштәре декабрҙә тамамланһа ла, станция 2018 йылдың апрель-майында эшләй башлай, – тип хәбәр итте журналистарға Рөстәм Хәмитов. – Станцияла заманса пар-газ ҡоролмаһы эшләйәсәк. Уның файҙалы эш коэффициенты, һис шикһеҙ, бик юғары. Йылылыҡ электр үҙәге элекке станцияларҙа бөгөн һөҙөмтәһеҙ эшләгән ҡайһы бер ҡеүәттәрҙе туҡтатырға мөмкинлек бирәсәк. Был – дөрөҫ йүнәлештәге яңы яҙым, хәрәкәт.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, файҙаланыуға тапшырғандан һуң Йылылыҡ электр үҙәге килемлелек сигендә эшләйәсәк, ул Затон биҫтәһендә торлаҡ төҙөү күләменең кәмеүе менән бәйле.
- Затон йылылыҡ электр үҙәге ҡатнаш цикл буйынса эшләйәсәк, йәғни электр энергияһы менән йылылыҡ бүлеү. Электр энергияһы менән барыһы ла аңлашыла – ҡулланыусылар ҙа, баҙар ҙа бар, бында бер ниндәй һорау юҡ,- станция сығарасаҡ йылылыҡ энергияһын ҡулланыу йәһәтенән беҙҙең әлегә билдәле бер проблемалар бар, – тине республика Башлығы. – Ул ошо Йылылыҡ электр үҙәгенең Затондағы торлаҡ төҙөлөшөнә йүнәлтелгән. Бында әлегә өҙөк бар, беҙ уны аңлайбыҙ. Йорттар аҡрын төҙөлә. Төҙөлөш, торлаҡ баҙары ҡыҫҡара. Бөгөн беҙгә кәрәкле күләмдәр юҡ. Станция зыянға булмаһа ла, килемлелек сигендә эшләйәсәк.
Шуның менән бергә, Башҡортостан Башлығының һүҙҙәренсә, Йылылыҡ электр үҙәген файҙаланыуға тапшырыу Өфө энергетика үҙәгендә энергетика ҡеүәтенә ҡытлыҡты кәметергә, халыҡты һәм сәнәғәт объекттарын электр менән тәьмин итеү ышаныслылығын күтәрергә мөмкинлек бирәсәк.
- Яңы-Салауат пар-газ ҡоролмаһы эшләй башланы ла инде һәм электр энергияһы эшләнеше яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Алдағы ярты йылда «Интер РАО» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән берлектә Затонда 400 МВт ҡеүәтле 5-се яңы Йылылыҡ электр үҙәген эшләтеп ебәрербеҙ. Был да яҡшы, Өфө энергетика үҙәгенә һәйбәт ярҙам. Ошо ике станция иҫәбенә генә республикалағы хәлде яйға һала аласаҡбыҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов форумдың пленар ултырышында.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика